ХАЛҠЫҢ МӨХӘББӘТЕ - РУХИ ҺӘЙКӘЛ
image
14 февраля 2024
7 февралдә Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тематик дәрес уҙғарылды.

Һөнәри белем биреү ойошмалары башҡорт теле уҡытыусыларының Республика уҡыу-уҡытыу-методик берекмәһе етәксеһе, колледждың башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлназ Камил ҡыҙы Йомағолова 23СА-3, 23 ПД-1 төркөмдәре студенттарына тыуған Башҡортостаныбыҙҙын мәнфәғәте өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормошо һәм хеҙмәт юлы тураһында һөйләне. Студенттар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уның тураһында документаль фильм ҡараны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

Мортаза Рәхимов республикабыҙҙа иң ҡатмарлы йылдарҙа — Рәсәйҙең яңы тарихының һынылыш осоронда идара итте. Сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, иҡтисади көрсөк, әхлаҡи, рухи ҡиммәттәр үҙгәргән ваҡытта тап Мортаза Ғөбәйҙулла улының етәкселек итеү оҫталығы, оло тәжрибәһе арҡаһында республикабыҙ үҙ йөҙөн, ҡеүәтен һаҡлап ҡалып, үҫеш юлына баҫты, намыҫлы хеҙмәте, кешеләргә оло ихтирамы, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға, именлеккә ынтылышы һәм башҡа бик күп һоҡланғыс сифаттары менән халыҡ араһында оло абруй, лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улын республика халҡы ҙур ихтирам менән иҫкә ала, уның исемен мәңгеләштереү эштәре лә әүҙем бара. Ил ағаһының тыуған көнөндә Өфөлә Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл асылды.

Дүрт метр бейеклектәге бронзанан яһалған фигура гранит постаментта тора, ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡаршыһындағы паркта ике фонтан араһында урынлашҡан.
Башҡортостандың үҫеше, именлеге өсөн бихисап хеҙмәт һалған олуғ шәхес халҡы күңелендә мәңге йәшәр, яҡты маяҡ булып торор.